Составҡа ингәс, Владимир Путин машинист кабинаһына йүнәлде, унан һуң вагондарҙың береһендә эшселәр менән аралашты.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң оҙон Ҡырым күпере Керчь ярым утрауын (Ҡырым) Тамань ярым утрауы (Краснодар крайы) менән тоташтыра. Ул Ҡырым менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында өҙлөкһөҙ транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Күпер автомобиль һәм тимер юлдан тора. Автомобиль хәрәкәте былтыр майҙа асылғайны, ә йөк поездарының киләһе йыл июндә йөрөй башлауы күҙаллана.