Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән 15 ғинуарҙа сығыш яһаясаҡ тип хәбәр итте дәүләт башлығының матбуғат-секретары
Дмитрий Песков. Журналистарҙың ни өсөн президент парламентҡа ғинуар айында мөрәжәғәт итәсәк тигән һорауҙарына Песков президенттың быны ҡасан эшләһә лә хоҡуғы бар тип яуапланы. Президент Мөрәжәғәтнамәһе — илдең яҡын киләсәктә төп үҫеш юлдарын аныҡ билдәләгән сәйәси-хоҡуҡи документ. Унда сәйәсәт, иҡтисад, инвестицияға ҡағылышлы фараздар билдәләнә. Путин ағымдағы йылда Мөрәжәғәтнамә менән февралдә сығыш яһағайны.