+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Ғинуар 2020, 11:00

Башҡортостанда шәхси торлаҡ төҙөүҙе (ИЖС) үҫтереү буйынса пилот проектын тормошҡа буйынса оператор буласаҡ

Яңылыҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын үтәүгә булышлыҡ итәсәк.

Башҡортостанда шәхси торлаҡ төҙөүҙе (ИЖС) үҫтереү буйынса пилот проектын тормошҡа буйынса оператор буласаҡ

Йорттар төҙөү инфраструктура, юлдар үҫеше менән бергә алып барыласаҡ, ә биналар берҙәм архитектура стиленә ярашлы буласаҡ, тип ТАСС-ҡа хәбәр итте Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.
Төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин “Рәсәй киләсәге. Милли проекттар” порталына биргән интервьюһында Яҡутия, Чечня, Башҡортостан, Алтай крайы һәм Тула өлкәһе 2020 йылда шәхси торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса төбәк проектына ҡушыла тине. Әлеге ваҡытта ул Белгород һәм Липецк өлкәләрендә тормошҡа ашырыла.
“Проектты тормошҡа ашырыу буйынса республиканан оператор буласаҡ. Торлаҡ төҙөүгә комплекслы ҡарарға планлаштырабыҙ. Был - типовой проекттар, берҙәм архитектура, урамдарҙы һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, торлаҡ менән бергә селтәрҙәр һәм юлдар һалыу”, - тине Ковшов.
Төбәк етәкселеге алдында оператор тәғәйенләү һәм төҙөлөш урынын билдәләү бурысы тора.
Яңылыҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын үтәүгә булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: