-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Ғинуар 2020, 11:05

Путин Конституцияны төҙәтерме?

Рәсәй Президенты Конституцияға төҙәтмәләр тураһындағы закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итте.

Рәсәй Президенты Конституцияға төҙәтмәләр тураһындағы закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итте.
Закон проектында Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән төҙәтмәләр индереләсәк. Атап әйткәндә, илдең Төп Законындағы 75-се статьяны йәшәү минимумы дәүмәленән түбән булмаған хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен һәм социаль түләүҙәрҙе индексациялауҙы гарантиялау тураһындағы положение менән тулыландырылырға тейеш.
Төп төҙәтмәләрҙең береһе Дәүләт Советы статусына ҡағыла. Владимир Путин Президенттың Дәүләт Советын төҙөү хоҡуғын Конституцияла нығытырға тәҡдим итә, Хөкүмәтте тәғәйенләү процедураһын аныҡлай. Президент ҡайһы бер министрҙарҙы Федерация Советы менән кәңәшләшеп кенә тәғәйенләй аласаҡ.
Дәүләт Думаһы Конституцияға төҙәтмәләрҙе беренсе уҡыуҙа - кесе йома ҡараясаҡ.
Читайте нас: