Район хакимиәтендә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Б. Н. Мелкоедов шәхси һорауҙары буйынса граждандарҙы ҡабул итте.
Ҡабул итеүгә дүрт кеше килде. Хаҡлы ялдағы пенсионер гәзит-журналдарға хаҡтың ҡиммәт булыуын әйтеп, элекке кеүек күп итеп ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылып булмауына зарланды. Был һорауҙы ул бөтә оло йәштәгеләр исеменән бирҙе. Шулай уҡ район почтаһында матбуғат баҫмаларын ваҡытында таратыуҙы контролдә тотоусы, килеп етмәгән һандарҙы теүәлләүсе хеҙмәткәр булмауы арҡаһында гәзит-журналдар юғала, йә һуңлап килә, ә был үҙ сиратында уҡыусыларҙың почтаға ышанысын кәметеп, артабан матбуғатҡа яҙылыуҙан биҙҙерә, тине ул. Борис Николаевич, тәүге һорауға яуап итеп, матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө менән файҙаланып ҡалырға саҡырҙы. Ә икенсе һорау почта хеҙмәтенә еткереләсәк, тине.
Районда реклама гәзите сығарыусы шәхси минитипография асыу өсөн гранттар бүленмәйме, тип ҡыҙыҡһынды. Б. Н. Мелкоедов эшҡыуарҙың эшмәкәрлеге, етештергән продукцияһы өлгөләре менән танышты. Гранттар ижтимағи-сәйәси баҫмаларға ғына бирелә, тип, был һорауҙы ҡәнәғәтләндерә алманы.
Ҡалған ике кешенең һорауҙары шәхси характерҙа булды. Борис Николаевич ҡабул итеүгә килгән матбуғат ветераны, «Осҡон» гәзитенең элекке мөхәррире С. И. Фәйзуллинды юбилейы менән дә тәрбикләне.