-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Ғинуар 2020, 10:25

Путин вуздарҙа бюджет урындарын арттыра

Рәсәй Президенты ил Хөкүмәтенә 2021 йылдың 1 сентябренән юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары һанын арттырырға ҡушты.

Рәсәй Президенты ил Хөкүмәтенә 2021 йылдың 1 сентябренән юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары һанын арттырырға ҡушты.Документта билдәләнеүенсә, юғары белемле белгестәргә ихтыяж кисергән төбәктәрҙәге вуздарға өҫтөнлөк бирелергә тейеш. Ошоға ҡағылышлы докладты быйыл 15 июнгә тиклем тапшырыу бурысы ҡуйылды. Бынан тыш, Владимир Путин студенттар өсөн өсөнсө уҡыу йылынан башлап әҙерлек йүнәлешен һайлау мөмкинлеген биреүҙе лә күҙ уңында тоторға ҡушты. Был туралағы доклад 1 июнгә тиклем тәҡдим ителергә тейеш.Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә лә вуздарҙа бюджет урындарын йыл һайын арттырыу зарурлығы хаҡында әйткәйне.
Читайте нас: