+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
4 Февраль 2020, 10:30

Башҡортостан халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә 2020 йылда 1,2 млрд. һум аҡса йүнәлтеләсәк

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Был хаҡта төбәк Башлығы Р. Ф. Хәбиров уҙғарған был аҙналағы оператив кәңәшмәлә вице-премьер – БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте.
Республиканың адреслы инвестициялар программаһы буйынса Борай һәм Асҡын райондарында өс һыу менән тәьмин итеү объекты проектлана. Туймазы районында ете объект төҙөү планлаштырыла. Хөкүмәт йортонда РАИП-ҡа Ҡариҙел, Краснокама, Күгәрсен, Мишкә, Өфө, Хәйбулла райондары һәм башҡа төбәктәр буйынса тағы ла 18 проектты индереү мөмкинлектәре ҡарала.
«Экология» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылыусы «Таҙа һыу» программаһына 19 райондан 50 торама пункт индерелгән. 2024 йылға тиклем был маҡсатта 4,25 млрд. һум аҡса йүнәлтеләсәк. Борис Беляев һыу менән тәьмин итеү системаларын модернизациялау башҡа ведомстволар, атап әйткәндә, Госстрой, Ауыл хужалығы министрлығы, Социаль маҡсатлы программалар фонды аша ла башҡарылыуын билдәләне.
2024 йылға республикала халыҡтың сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителелеш күрһәткесе 92,5 процентҡа күтәреләсәк (әле был күрһәткес 87,6 процент тәшкил итә).
Читайте нас: