+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
5 Февраль 2020, 10:20

Путин Ҡытайға барырмы?

Ҡытайҙа коронавирусҡа бәйле хәлгә ҡарамаҫтан, Рәсәй Президенты В. Путиндың был илгә сәфәре планлаштырыла.

Ҡытайҙа коронавирусҡа бәйле хәлгә ҡарамаҫтан, Рәсәй Президенты В. Путиндың был илгә сәфәре планлаштырыла.
Дәүләт башлығының матбуғат секретары белдереүенсә, сәфәр йылдың икенсе яртыһына күҙалланғайны, әлегә үҙгәрештәр юҡ. Илебеҙҙә коронавирустың киҫкен таралыу хәүефенә килгәндә, Песковтың фекеренсә, был һорауҙы оператив штабҡа бирергә кәрәктер.
“Рәсәйҙә ике кешенең коронавирус менән ауырыуы хаҡында мәғлүмәт билдәле. Башҡа осраҡтар асыҡланмаған. Әле тейешле саралар күрелә”, – тине ул.
Кремлдә әйтеүҙәренсә, был сир Ҡытай менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәргә, шул иҫәптән иҡтисади бәйләнештәргә йоғонто яһамаясаҡ.
Читайте нас: