+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Февраль 2020, 19:36

Башҡортостан Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Ике республика биләмәһендә уртаҡ предприятиелар булдырыу перспективалары ҡарала

БР Сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе А. Н. Гусев етәкселегендәге Башҡортотсан делегацияһы ошо көндәрҙә эш сәфәре менән Үзбәкстанға килде. Эшлекле программа сиктәрендә агросәнәғәт кластерҙарын төҙөү һәм үҫтереү буйынса дуҫ илдең тәжрибәһе өйрәнелә.
Ведомствоның сайтында хәбәр ителеүенсә, Сәмәрҡәнд һәм Фирғәнә өлкәләре башлыҡтары, Үзбәкстандың ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр үткәрелгән, уларҙың барышында ике республика биләмәһендә уртаҡ предприятиелар төҙөү перспективалары тураһында фекер алышылған.
Делегация шулай уҡ Сауҙа-сәнәғәт палатаһының төбәк идаралығында һәм республиканың ҙур предприятиеларында булған.
Эшлекле сәфәр сиктәрендә Башҡортостандың «Туҡланыу үҙәге» ЯСЙ-һы һәм Үзбәкстандың «SIYOB SHAVKAT ORZU» компанияһы араһында үҙ-ара продукция ҡуйыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған да инде.
Ике республика араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу Рәсәй Президенты В. В. Путин тарафынан раҫланған «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектына ярашлы бойомға ашырыла.
Читайте нас: