+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
19 Февраль 2020, 10:05

Путин Лужковтың исемен мәңгеләштерә

Рәсәй Президенты "Юрий Лужковтың исемен мәңгеләштереү тураһында"ғы указға ҡул ҡуйҙы.

Мәскәүҙең элекке мэры Лужковтың Мәскәүҙе үҫтереүгә һәм Рәсәй дәүләтселеге ҡоролошона тос өлөш индереүен иҫәпкә алып, Владимир Путин Юрий Лужков йәшәгән йортҡа мемориал таҡта ҡуйыу, уның исемен баш ҡаланың Мәскәү хөкүмәте идаралығы университетына биреү һәм Лужков тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү өсөн башҡа саралар ойоштороу кеүек мәсьәләләрҙе ҡарарға ҡушты.
#ВладимирПутин
Читайте нас: