+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
25 Февраль 2020, 12:10

Андрей Назаров эш сәфәре менән Әбйәлилгә килде

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары А. Г. Назаров эш сәфәре менән беҙҙең районда булды.#национальныепроекты; #нацпроекты

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары А. Г. Назаров эш сәфәре менән Әбйәлилдә булды. Уны район буйлап муниципаль район башлығы И. Т. Нафиҡов оҙатып алып йөрөнө.
Иң тәүҙә Андрей Геннадьевич «Яҡты–Күл» шифаханаһында булды, бында курорт төбәген артабан үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. «Красная Башкирия» АХК-һының яңы асылған роботлаштырылған һөтсөлөк-тауар фермаһының эшмәкәрлеге менән танышты. Асҡар–Сибай юлының асфалть түшәлмәй ҡалған 18 саҡрым арауығында ремонт эштәрен башлау пландары һәм Тирмән ауылындағы мәрмәр заводы цехтарын тергеҙеү перспективалары буйынса фекер алышылды. Артабан А. Г. Назаров 1-се Асҡар урта мәктәбендә булды, райондың мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләре менән танышты. Бөтә донъя Фольклоридаһы ҡунаҡтарын ҡабул итәсәк үҙәк майҙандағы сәхнәне һәм район мәҙәниәт йортон ҡараны. Эш сәфәре һуңында район хакимиәтендә Әбйәлилдең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙҙы.
Читайте нас: