Был закон 26 февралдә Федерация Советының пленар ултырышында ҡараласаҡ. Документтың авторы булараҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһай. Законға ярашлы Хеҙмәт ҡаһармандары ҡалаһы исеменә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби техника һәм көнкүреш өсөн кәрәкле ҡорамалдар етештереүҙә алдынғылар рәтендә булған ҡалалар лайыҡ буласаҡ. Уларҙа ҡаланың гербы һынландырылған һәм ошо законға ярашлы президент указы теркәлгән стела урынлаштырыласаҡ.