Рәсәйҙә коронавирус буйынса хәл контроль аҫтында, инфекция таралмаһын өсөн бөтә көрәш саралары ла күрелә.
Был хаҡта В. В. Путин йәкшәмбе уҙған кәңәшмәлә хәбәр итте:
– Рәсәйҙә был ҡурҡыныс сиргә ҡаршы көрәштә бөтә саралар ҙа күрелә. Улар һөҙөмтәле булыр, тип ышанам, – тине ил Президенты.
В. Путин шулай уҡ коронавирустың донъя иҡтисадында кире эҙемтәләре үҙе хаҡында һиҙҙереүен билдәләне. Уның әйтеүенсә, был донъя хужалыҡ бәйләнеш системаларына ҡағыла.