Башҡортостан был исемлектә, 20 мең 956 балл йыйып, дүртенсе урында тора. Унан алда Татарстан, Краснодар крайы һәм Нижегородск өлкәһе.
Юғары рейтинг алған төбәктәр исеменә Мәскәү, Тверь өлкәләре, Санкт-Петербург, Приморье крайы, Ҡырым һәм Саха республикалары ингән.Президент Владимир Путиндың "май указдарына" ярашлы, стратегик маҡсаттарға ирешеүҙең төп шарты – кешеләрҙең килемен күтәреү, тормош сифатын яҡшыртыу, һанлы технлогияларҙы үҙләштереү.
Был бурыстар “Демография”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Һанлы иҡтисад”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси бизнесҡа ярҙам итеү” һәм башҡа милли проекттарҙа ҡаралған.