Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Март 2020, 10:25

Рәсәй көслө дәүләт булһын өсөн

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөтә рәсәйлеләрҙең дә үҙ дәүләтен көслө һәм халыҡ-ара аренала лайыҡлы урын биләүсе, ә йәмғиәтте ғәҙел итеп күрергә теләүен белдерҙе. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөтә рәсәйлеләрҙең дә үҙ дәүләтен көслө һәм халыҡ-ара аренала лайыҡлы урын биләүсе, ә йәмғиәтте ғәҙел итеп күрергә теләүен белдерҙе.

Дума фракциялары лидерҙары менән осрашыуында дәүләт башлығы уларҙың һәр береһе артында миллионлаған фекерҙәштәре тороуын билдәләне.

“Был кешеләр һеҙҙе хуплай, сөнки һеҙ улар хәл итергә теләгән проблемаларҙы хәл итеүҙе улар күргәнсә күрәһегеҙ. Улар, һеҙҙең кеүек үк, билдәле бер маҡсаттарға ирешеүебеҙҙе теләйҙәр. Тик маҡсаттарға ирешеү ысулдары ғына айырыла”, - тине Путин.

Ябай кешегә ҡайһы саҡта нескәлектәргә бирелеү ауыр, ти ул.

“Тик бөтәбеҙҙе лә берләштергән нимә – ул илебеҙ. Бөтәһе лә йәмғиәтебеҙҙең ғәҙел булыуын теләй. Дәүләтебеҙ көслө булһын. Донъяла лайыҡлы урынды биләһен, тип теләй. Маҡсаттарға ирешеү ысулдары айырылһа ла, маҡсатыбыҙ бер”, - тип йомғаҡланы Путин.

#ВладимирПутин

Читайте нас: