Башҡортостан республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы белдереүенсә, был федераль бюджеттан килгән өс йылға иҫәпләнгән өҫтәмә субсидия. Республика бюджеты 2020 йылда 3,98 миллиард, 2021 йылда – 6,2 миллиард, 2022 йылда– 14,94 миллиард һум аласаҡ. Был сумманың күпселек өлөшө юл инфраструктураһын яҡшыртыуға, торлаҡ-коммуналь хужалығына һәм социаль өлкәгә ярҙам итеүгә китәсәк.