Мөһим һөйләшеүҙе башлап, район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов милли проекттар буйынса эш һәр саҡ республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә буласағын, талаптар арта барасағын билдәләне.
— Беҙҙең район һәм республиканың власть органдары араһында 7 милли проектты тормошҡа ашырыу тураһында 16 килешеү төҙөлгән. Улар буйынса 65 маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеү мөһим, — тип белдерҙе Илдар Таһир улы.
2019 йылда 5 төбәк проектын тормошҡа ашырыуға 30,1 миллион һум бүленгән һәм аҡса тулыһынса үҙләштерелгән.
«Мәғариф» милли проекты буйынса башҡарылған эштәр хаҡында район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова отчет тотто.
— «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә уҙған йылда Т. Кусимов исемендәге гимназияла, Амангилде һәм Ташбулат мәктәптәрендә «Үҫеү нөктәһе» үҙәктәре асылды. Был маҡсатта бөтәһе 4,8 миллион һум аҡса тотонолдо. «Һанлы белем биреү» проекты сиктәрендә 1-се Асҡар урта мәктәбендә 2,1 миллион һумлыҡ эштәр башҡарылды. «Һәр баланың уңышы» проекты ярҙамында Рауил мәктәбендә 1,8 миллион һумға спорт залы ремонтланды, — тине Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы.
«Демография» милли проектының «Ҡатын-ҡыҙҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү — өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар булдырыу» төбәк проекты сиктәрендә Ишҡол ауылында 30 урынлыҡ ясли төркөмө асылған. Был маҡсатта 4,98 миллион һум аҡса бүленгән.
«Торлаҡ һәм уңайлы мөхит» милли проекты ярҙамында 2019 йылда районда 16,358 миллион һумға 4 биләмәлә төҙөкләндереү эштәре башҡарылған.
Милли проекттар буйынса ағымдағы йылға ла пландар билдәләнгән. Райондың тағы ике белем усағында — Сиҙәм һәм Красная Башкирия мәктәптәрендә «Үҫеү нөктәһе» үҙәктәре асыу ҡаралған. 1-се Асҡар урта мәктәбе «Ҡанатлан» проектында ҡатнашасаҡ, Хәмит урта мәктәбендә спорт залы капиталь ремонтланасаҡ. Райондың бөтә 28 башланғыс мәктәбенә «Һанлы иҡтисад» проекты буйынса интернет үткәреү күҙаллана. Йәш техниктар станцияһы базаһында «Кванториум» балалар технопаркы асыу планлаштырыла.
«Мәҙәниәт» милли проекты аша Асҡар сәнғәт мәктәбен музыкаль инструменттар менән тәьмин итеүгә бөтә төр бюджеттан 3,5 миллион һум йүнәлтеләсәк.
2020 йылда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты талаптарына ярашлы, Салауат, Йәлембәт ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары файҙаланыуға тапшырыласаҡ.