+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Март 2020, 10:30

Илдә проблемалар етерлек

ВЛАДИМИР ПУТИН ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК СОВЕТЫ АҒЗАЛАРЫ МЕНӘН ОПЕРАТИВ КӘҢӘШМӘ ҮТКӘРҘЕ. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты етәкселек иткән кәңәшмәлә ошо арала борсоуға һалған мәсьәләләр ҡаралды.

Рәсәйҙе нимә борсой? Проблемалар етерлек, әлбиттә. Ә сәйәси йәһәттән беҙ Сүриәләге хәл-торошҡа борсолабыҙ.

Тағы ла яңы проблема: донъя баҙарында "түңкәрелеш" булмаҡсы. Нефть хаҡы арзанайҙы, һум төштө, уға ҡарата доллар менән евро күтәрелде.

Һәм йәнә: коронавирус. Көн һайын Рәсәйҙә әллә нисәмә кеше шуны йоҡтороуы билдәле була бара. Өс көн элек кенә вируслылар һаны 70-кә етмәй ине, хәҙер иһә 90-дан ашты, буғай.

Владимир Путин Хәүефһеҙлек Советының даими ағзаларын йыйып, бына шул хаҡта һөйләште. Моғайын, бәлә-ҡазанан һаҡлана алырбыҙ. Өҫтәүенә, яҙғы ташҡынға ла күп ҡалманы. Уныһының нисек булырын белмәйбеҙ әле...

Читайте нас: