+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
24 Март 2020, 14:10

Төбәгебеҙ төҙөк, таҙа булһын

Башҡортостанда 10 майҙан да ҡалмай йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ.#национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда 10 майҙан да ҡалмай йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ.
Бөтә муниципалитеттар ҙа 10 майға тиклем “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” милли проекты буйынса төҙөкләндереү эштәрен башларға тейеш. Бынан тыш, подъездарҙы ремонтлау программаһы буйынса ла подряд ойошмаларын билдәләү буйынса аукциондар тамамланды. Уларҙың йомғаҡтары республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау, Таҙалыҡ көндәрен, өмәләр һәм “Йәшел Башҡортостан” акцияһын ойоштороу мәсьәләләре буйынса муниципаль хакимиәттәр башлыҡтары менән үткән видеокәңәшмәлә хәбәр ителде. Бөтәһе 1582 подъезда ремонт башҡарыласаҡ. “БР муниципаль берәмектәрендә Таҙалыҡ көндәре үткәреү тураһында”ғы республика Башлығы Указына ярашлы, тораҡ пункттарҙа ихаталарҙы, урамдарҙы, юлдарҙы, парктарҙы таҙартыу буйынса Таҙалыҡ көндәрен үткәреү буйынса саралар планын әҙерләргә ҡушылды. Таҙалыҡ көндәре аҙнаға ике тапҡырҙан да кәм булмаясаҡ.
“Йәшел Башҡортостан” берҙәм республика акцияһы 18 апрелгә билдәләнде.
Читайте нас: