Эшлекле һөйләшеү ике темаға арналды. Беренсеһе - коронавирусҡа ҡаршы көрәш шарттарында беҙҙең сәнәғәт һәм сауҙа тураһында булһа, икенсеһе - халыҡты һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү йәһәтенән эштәр нисек барыуы хаҡында һүҙ барҙы.
Денис Мантуров белдереүенсә, беҙҙең сәнәғәт бер юлы ике бәлә алдында тора: коронавирус һәм һумдың арзанайыуы.
Тәүге мәсьәлә буйынса дөйөм хәл ҡәнәғәтләнерлек тип билдәләне министр.
Ә коронавирусҡа ҡаршы саралар буйынса эштәрҙән иң тәүҙә медицина битлеге етештереүгә туҡталдылар. Беҙҙә тәүлегенә 600 мең битлек сығарыла ине. Хәҙер иһә - 1,6 миллион дана етештерелә, ситкә һатылмай. Тиҙҙән бер тәүлектә биш миллион дана етештерәсәктәр.