Үҙаллы изоляцияға талаптарҙы иҫәпкә алып, был осорҙа граждандарға ситтән тороп эшләргә мөмкинлек биреүсе IT-сервистарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү ҡарар ителде. Ошо маҡсатта IT-проекттар әҙерләү буйынса грантҡа конкурс иғлан ителә. Бөтә уңышлы проекттар ҙа грантҡа лайыҡ буласаҡ, - тип белдерҙе ул.