+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
17 Апрель 2020, 12:15

Район Советы сессияһы уҙҙы

Район Советының сираттағы 31-се ултырышының көн тәртибенә ете һорау ҡуйылды.

Район Советының сираттағы 31-се ултырышының көн тәртибенә ете һорау ҡуйылды.

2019 йылда Әбйәлил районы муниципаль районы бюджетының үтәлеше тураһындағы йыллыҡ отчетты раҫлау тураһында доклад менән район башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Р. Р. Латипова сығыш яһаны.

Рәйсә Раил ҡыҙы артабан «Эшмәкәрлектең айырым бер төрҙәре өсөн килемгә берҙәм һалым тураһында»ғы 2016 йылдың 15 декабрендә ҡабул ителгән 50-се һанлы муиципаль район Советы ҡарарына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһенә туҡталды.

Райондың контроль-иҫәп палатаһы эшмәкәрлеге тураһында уның рәйесе З. И. Ирғәлина отчет тотто.

Хакимиәттең иҡтисад һәм муниципаль контроль бүлеге начальнигы Г. З. Ғаррапова Әбйәлил районында муниципаль программаларҙың үтәлеше һәм һөҙөмтәлелеге тураһындағы йыйылма отчетты раҫлау буйынса доклад менән сығыш яһаны.

Районда агросәнәғәт комплексының бөтә тармаҡтарында ла үҫеш торошо һәм хужалыҡтарҙың яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек барышы тураһында район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов хәбәрҙар итте.

Ғәлим Наил улы шулай уҡ ауыл биләмәләрендә йәмәғәт малын көтөүҙе ойоштороу мәсьәләһе буйынса ла эштәр торошо менән таныштырҙы.

Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары реестрына индерелгән кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн бирелгән ер участкаларынан тыш, муниципаль милекте ҡуртымға биреү килешеүҙәре буйынса ҡуртым хаҡын түләүҙән азат итеү тураһындағы доклад менән КУС рәйесе вазифаһын башҡарыусы Л. Л. Хәсәнова сығыш яһаны.
Читайте нас: