+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Апрель 2020, 12:29

Әбйәлил районы муниципаль район Советы ҡарары

Әбйәлил районы муниципаль районының ауыл биләмәләрендә мал көтөүҙе ойоштороу тураһында

Әбйәлил районы муниципаль районының ауыл биләмәләрендә мал көтөүҙе ойоштороу тураһында

Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Ғ. Н. Солтановтың «Райондың ауыл биләмәләрендә мал көтөүҙе ойоштороу тураһында»ғы докладын һәм район Советы президиумында Дәүләт, Ташбулат, Гусев ауыл биләмәләре башлыҡтарының үҙ биләмәләрендә көтөүҙе ойоштороу тураһындағы сығыштарын тыңлағандан һуң, муниципаль район Советы ҡарар итте:

1. Ғ. Н. Солтановтың (район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары), Ш. С. Ғәтиәтуллиндың (Гусев ауыл биләмәһе башлығы), Ф. М. Искәнйәровтың (Дәүләт), Д. Д. Таһировтың (Ташбулат) «Райондың ауыл биләмәләрендә мал көтөүҙе ойоштороу тураһында»ғы мәғлүмәттәрен иҫәпкә алырға.

2. Тәҡдим итергә:

- ауыл биләмәләре башлыҡтарына халыҡтың малын көтөү өсөн көтөүлектәргә документтар юллауҙы тиҙләтергә;

- мал тотҡан крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына, шәхси предприятиеларға малдарын үҙҙәренә беркетелгән ерҙәрҙә көтөргә;

- 20 апрелгә тиклем көтөүҙе ойоштороу, көтөүселәр яллау буйынса бөтә ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә һәм көтөүселәрҙең көндәлек эшенә һөҙөмтәле контроль булдырырға;

- Рәсәй Федерацияһы законына ярашлы мал көтөүҙең бөтә талаптарын һәм шарттарын үтәп, көтөүсе менән халыҡ араһында килешеү проектын эшләргә;

- көтөүселәрҙең көнкүреш, шул иҫәптән хеҙмәткә түләү, көтөүлектәрҙе һөҙөмтәле файҙаланыу мәсьәләләрен ваҡытында хәл итеү өсөн йәмәғәт комиссиялары төҙөргә;

- шишмәләрҙе таҙартыу, йылғаларҙа быуа быуып, малдарға һыу эсереү урындары булдырырға;

- шәхси хужалыҡтарҙағы аттарҙы тоҙ менән тәьмин итеү буйынса саралар ойошторорға:

- малдарҙы көтөү графигын күҙәтеү, аҡса йыйыу буйынса яуаплы уполномоченныйҙарҙы билдәләргә;

- малдарға билдә, тамға, чип ҡуйыу юлы менән уларҙы тулыһынса идентификациялауға өлгәшергә;

- йылҡы малы хужаларына төнөн көткәндә аттарға яҡтылыҡ ҡайтарғыстар ҡуйырға;

- Йәнгел (Р. Э. Ҡадиров), Таштимер (В. С. Абсаҙыева) ауыл биләмәләре эшендә ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләп үтергә;

- яңы һайланған ауыл биләмәләре башлыҡтары Ш. С. Ғәтиәтуллин (Гусев), Ф. М. Искәнйәров (Дәүләт) һәм Д. Д. Таһировҡа (Ташбулат) был биләмәләрҙә малдарҙы көтөүҙең тейешенсә ойошторолмауын иҫәпкә алып, ошо мәсьәләгә етди иғтибар бирергә, активты йәлеп итергә, халыҡ менән эшләргә, көтөүселәр өсөн шарттар булдырырға (эш хаҡы, аттар менән тәьмин итеү, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү, туҡланыуҙы ойоштороу һ.б.);

- малдарын көтөүгә сығарыу тәртибен боҙған граждандарға ҡарата административ яуаплылыҡҡа тарттырыу эшен әүҙемләштерергә.

3. Ауыл хужалығы бүлегенә, райондың административ комиссияһына, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә һәм фермерҙарға ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәрен малдан тапатыуға юл ҡуймау буйынса берлектә эш алып барырға.

4. Киң мәғлүмәт сараларына:

- район халҡын мал тотоу ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәттәр менән даими таныштырып барырға;

- малдары сәсеүлектәрҙе тапатҡан, баҫыуҙарҙағы уңышҡа, шулай уҡ бесән-һаламға зыян килтергән осраҡта ҡаралған административ яуаплылыҡ тураһында иҫкәртергә тәҡдим ителә.

5. Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы район Советының аграр мәсьәләләр, ерҙәрҙе һәм тәбиғәт ресурстарын, экология һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса даими комиссияһына (Д. М. Сафин) йөкмәтергә.

И. ӘМИНЕВ,

район Советы рәйесе.


Читайте нас: