+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Апрель 2020, 19:45

Ил Президенты коронавирус буйынса хәлгә бәйле кәңәшмә уҙғарҙы

Видеокәңәшмә режимында Рәсәйҙәге санитар-эпидемиологик мәсьәләләр буйынса фекер алышынды.

Видеокәңәшмәлә РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова, һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, “Н. Ф. Гамалей исемендәге эпидемиология һәм микробиология милли эҙләнеү үҙәге” директоры Александр Гинцбург, Мәскәү мэры Сергей Собянин һәм башҡалар ҡатнашты.
Кәңәшмә барышында Владимир Путин: ” Сир таралыуын дауам итә һәм уның иң көслө осоро алда әле. Әммә был процесты профилактика саралары иҫәбенә әҙерәк туҡтата алдыҡ. Бөгөн төп бурыс COVID-19 вирусына ҡаршы вакцина эшләү. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаға Рәсәй ғалимдары 1 июндән клиник һынауҙар үткәрергә планлаштыра”.
В. В. Путин шулай уҡ Рәсәй маскалар, һаҡлаусы костюмдар, респираторҙар һәм антисептиктар етештереү процессын киңәйтте, тип тә өҫтәне.
Фото: Кремлин.ру
Читайте нас: