+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Апрель 2020, 10:15

Халыҡ өсөн нимәләр мөһим?

Йылдың мөһим сәйәси кампанияһы - ил Конституцияһына төҙәтмәләр индереү. Рәсәй граждандары уларҙың ҡайһыһын мөһим тип билдәләгән?

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән һорау алыуҙарға ярашлы, ил граждандарының күпселек өлөшө Конституцияға индереләсәк иң мөһим үҙгәреш тип медицина хеҙмәтләндереүенең уңайлы һәм сифатлы булыуын иҫәпләй. Һорау алыуҙарҙа ҡатнашыусыларҙың 95 проценты ошо хаҡта белдергән.
Шулай уҡ рәсәйҙәрҙең 94 проценты балаларҙы Рәсәйҙең дәүләт сәйәсәтенең мөһим өҫтөнлөгө тип таныуҙы хуплай. Артабан тәбиғәтте һәм илдең үҙенсәлекле тәбиғи байлыҡтарын һаҡлау (93 процент), йыл һайын пенсия күләмен мотлаҡ индексациялау (92 процент) тураһында төҙәтмәләр килә. Иң мөһим биш төҙәтмә араһында минималь эш хаҡы күләмен йәшәү минимумынан түбәнерәк итмәү тураһындағы пункт та бар (92 процент).
Дәүләт суверенитетын һаҡлауға ҡағылышлы төҙәтмәләр араһында Рәсәй халҡы өсөн иң мөһиме – дәүләттең бөтөнлөгө һәм илдең бүленмәүлеге тураһында положение (88 процент). Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 83 проценты чиновниктарға сит ил гражданы булыуҙы һәм сит илдә иҫәптәр асыуҙы тыйыу яҡлы булыуын белдергән, шулай уҡ судьяларға ла сит ил банктарында иҫәп-хисап алып барыу, аҡса һаҡлау ярамай тип һанаусылар бихисап (81 процент). 74 процент Рәсәй Конституцияһының халыҡ-ара хоҡуҡтарҙан өҫтөнөрәк булыуын теләй.
Сәйәси мәсьәләләргә килгәндә, ҡатнашыусыларҙың 64 проценты Президентҡа киләһе һайлауҙа ҡатнашыуҙы сикләүҙе бөтөрөү яҡлы. 62 процент – берҙәм асыҡ власть системаһы булдырыуҙы, 51 процент – Дәүләт Думаһының һәм 49 процент Федерация Советының вәкәләттәрен киңәйтеүҙе хуплай.
Рус теленең статусын дәүләтте барлыҡҡа килтергән халыҡтың теле булараҡ нығытыу өсөн – 89 процент, тарихи дөрөҫлөктө һаҡлауға – 88 процент, күп милләтле халыҡ мираҫы булған Рәсәй мәҙәниәтенең үҙенсәлеге тураһындағы төҙәтмәгә – 86 процент, ғаилә институтын ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ союзы булараҡ һаҡлауға 83 процент ыңғай ҡарашын белдергән. Шулай уҡ барлыҡ халыҡтарҙың һәм этник берләшмәләрҙең үҙбилдәләнешен дәүләт кимәлендә һаҡлау тураһындағы төҙәтмә лә күптәр тарафынан яҡлау тапҡан (79 процент).
Конституцияға төҙәтмәләр буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө 22 апрелгә билдәләнгәйне, әммә коронавирус пандемияһы арҡаһында ул билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелде.
Читайте нас: