+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Апрель 2020, 10:05

Путин тағы халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Ил Президенты пандемия осоронда өсөнсө тапҡыр мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.

Владимир Путин төбәк башлыҡтары менән коронавирусҡа бәйле видеокәңәшмә үткәрҙе һәм телевидение аша халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Бөтәһен дә үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы ҡасан бөтөр тигән һорау борсой ине. Владимир Владимирович 11 майға тиклем әлеге режим дауам итәсәк, тине. Был осорҙа байрам көндәренең күп булыуын иҫәпкә алғанда, ни бары өс көн – 6, 7, 8 май көндәре лә ялға әйләнә. Тик 12 майҙан бөтәһе лә өйҙән сыға, эшкә бара, элекке кеүек йәшәй башлай тигән һүҙ түгел. Владимир Путин һәр төбәккә үҙендәге хәлгә ҡарап ҡарар ҡабул итергә кәрәклеген белдерҙе. Хөкүмәт һәм “Роспотребнадзор”ға берлектә 5 майға тиклем 12 майҙан алып этаплап карантиндан сығыу планын әҙерләргә ҡушты.
Президент белдереүенсә, сикләү саралары сәбәпле эпидемияның ныҡлап таралыуын туҡтатып булды, тик хәл әле һаман ауыр булып ҡала. Беҙ әле көрәштең иң көсөргәнешле этабында, хәүеф һаҡлана һәм уның һәр кемгә янауы ихтимал. Шуға күрә, ил башлығы төбәктәргә коронавирусҡа бәйле хәлгә ҡарап режимдың ҡасанға тиклем дауам итәсәген билдәләргә ҡушты.
Читайте нас: