+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
9 Май 2020, 12:05

Радий Хәбиров - Әбйәлилдә

Республика Башлығы эш сәфәре менән беҙҙең районға килде.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров кисә беҙҙең районға килде, төбәк етәксеһе сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты.

Р. Хәбиров мәрмәр эшкәртеү заводын ҡараны, етәкселек менән һөйләште. Бында үҙебеҙҙең сеймалдан төҙөлөш материалдары етештереү 1999 йылда булдырылғайны, тик төрлө сәбәптәр буйынса ул банкротҡа әйләнгән. 2014 йылдан республика милкендәге мөлкәтте “Уралагротехсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡуртымға ала. Предприятие мәрмәр һәм гранит эшкәртеү менән шөғөлләнә, плитәләр, юл һәм тротуар бордюрҙары һәм төҙөлөш өсөн кәрәк материалдар етештерә.

Заводтың генераль директоры Рәсим Зарипов бинала йылы юҡ, газ үткәргес үткәрелмәгән һәм ҡыйыҡтан һыу ағып тора ти һөйләне. Етештереү өсөн даими һыу әйләнеше кәрәк, шуға күрә һыуыҡ миҙгелдә бында эшләү мөмкин түгел. Ошо сәбәпле ноябрҙән алып майға тиклем завод һәм ҡорамалдар эш процесынан туҡтатыла.

Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов муниципалитетта завод эшмәкәрлеген тулы кимәлдә тергеҙеү буйынса проекттың әҙер булыуы хаҡында белдерҙе. Тулы ҡеүәттә эшләгән осраҡта, 50 эш урыны булдырыу планлаштырыла тип билдәләне.
Радий Хәбиров тауар өлгөләрен ҡараны һәм тауарға ихтыяж менән ҡыҙыҡһынды.

– Беҙ әлеге ваҡытта "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу", парктарҙы яңыртыу буйынса программаларҙы тормошҡа ашырабыҙ һәм был эштәрҙә мәрмәр һәм гранит кеүек материалдарҙы файҙаланабыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Өфөләге Совет майҙанын реконструкциялағанда гранит кәрәк буласаҡ, парктар ҙа ошо таш менән биҙәләсәк. Беҙ ошондай предприятиелар эшләй алһын өсөн махсус рәүештә ихтыяж тыуҙырабыҙ. Йәй эсендә беҙ бында ремонт эшләрбеҙ, заводты тәртипкә килтерербеҙ. Урыны һәйбәт, яҡшы ғына сәнәғәт кластеры булдырыу мөмкинлеге бар.

Әбйәлилдә республиканың иң ҙур инвестиция проекттарының береһе – "Lasselsberger" компанияһының ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереү заводы төҙөү тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Башлығы төҙөлөш эштәре барышы менән танышты. Коронавирус пандемияһы сәбәпле сафҡа индереү ваҡыты бер аҙ күсһә лә, заводты йыл аҙағына тиклем эшкә ебәрергә йыйыналар.

– Бында юғары технологиялы, ҡеүәтле предприятие буласаҡ. Был Рәсәйҙәге ошондай икенсе производство, тик сығарыласаҡ тауар күләме буйынса беҙҙеке күпкә ҙурыраҡ. Көньяҡ Урал өсөн был 500-гә тиклем яңы эш урыны һәм һалымдар тигән һүҙ. Бик ҡыуаныслы, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ артабан да компания етәксеһе менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Ул артабан да етештереүҙе үҫтерһен, инвестициялар күләмен 14 миллиард һумға тиклем еткерһен тигән ниәт бар.

Читайте нас: