Һәр бәлиғ булмаған балаға 10-шар мең һум күләмендә аҡса түләнә. Президент балалары булған ғаиләләргә, ата-әсәләрҙең килем кимәленә һәм эше булыуына ҡарамаҫтан, ошо ярҙам төрөн индерҙе. 16 йәшкә тиклемге һәр балаға 10-шар мең һум аҡса биреләсәк. Ата-әсәләрҙең һәм опекундарҙың электрон ғаризаһы быға нигеҙ булып торасаҡ. Дөйөм алғанда, был ярҙамды Рәсәй буйынса 27 миллион бала аласаҡ. Был түләм быға тиклем ғәмәлгә индерелгән өҫтәмә ярҙам сараларын тулыландырасаҡ ҡына. Өс йәшкә тиклемге балаларға әлегәсә билдәләнгән 5 мең һум күләмендәге айлыҡ түләм, әсәлек капиталына хоҡуҡтары булған ғаиләләрҙән тыш (апрелдән июнгә тиклем), бәләкәй балалары булған бөтә ғаиләләргә лә түләнә; аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларға 0,5 йәшәү минумумы (1 июндән алдағы айҙар өсөн бер юлы түләнә, йәғни һәр балаға уртаса 33 мең һумдан тура килә, артабан – ай һайын түләнә) һәм эш урынын юғалтҡан ата-әсәләрҙең һәр бәлиғ булмаған балаһына айына 3 мең һум күләмендә (апрелдән июнгә тиклем). Бынан тыш балалар пособиеһы күләме ике тапҡыр арттырыла.
Зыян күреүсе предприятиеларға 2 процент менән эш хаҡы кредиттары бирелә; кредиттың бөтә күләмен дә дәүләт иҫәбенә ҡаплау мөмкинлеге менән.
Президент бизнесҡа ярҙамдың яңы сараһын индерә – ул зыян күреүсе тармаҡтар предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә 2021 йылдың апреленә тиклемге осорға эш хаҡы түләүгә 2 процентлы ташламалы кредит. Әгәр предприятие был осорҙа хеҙмәткәрҙәр мәшғүллеген 90 процент кимәлендә һаҡлай алһа, кредитты һәм уның процент ставкаһын тулыһынса дәүләт ҡаплаясаҡ, әгәр мәшғүллек 80 процентҡа һаҡлап ҡалынһа – кредиттың ярты хаҡын. Быға тиклем зыян күреүсе тармаҡтар предприятиеларына 0 процент менән кредиттар бирелде һәм һәр хеҙмәткәргә бер минималь эш хаҡы күләмендә ярҙам күрһәтелде.
2020 йылдың икенсе кварталына төп һалым түләмдәре һәм страховка иғәнәләре бөтөнләй кисектереләсәк.
Бәләкәй һәм кесе эшҡыуарлыҡты, шулай уҡ социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмаларҙы яҡлаусы сара булып, президент иғлан иткән ярҙам – апрель, май, июнь айҙарына һалым түләмдәренән (НДС-тан тыш) һәм страховка иғәнәләренән азат итеү тора. Был ярҙам быға тиклем түләмдәрҙе кисектереп тороу буйынса хәстәрлек күрелгән сараны көсәйтәсәк. Ул яҡынса 1,5 миллион предприятиеға ҡағыласаҡ.
Үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүсе граждандарға 2019 йылда түләгән һалымдары кире ҡайтарыласаҡ.
Бынан тыш, үҙмәшғүл граждандар бер минималь эш хаҡы күләмендә һалым капиталы аласаҡ.