-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
2 Июнь 2020, 10:35

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнө иғлан ителде

РФ Президенты мөһим сараны 1 июлгә билдәләне.

Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнөн иғлан итте.
РФ Президенты мөһим сараны 1 июлгә билдәләне. Быға ҡәҙәр ул 24 июнгә планлаштырылғайны. Мәғлүм булыуынса шул уҡ көнгә Еңеү парадын үткәреү ҙә иғлан ителгәйне. Дәүләт Башлығы ике әһәмиәтле ваҡиғаны бер көнгә берләштереү кәрәкмәй тине.
Тауыш биреү бөтә сараларҙы күҙәтеп башҡарыласаҡ: халыҡ һайлау участкаларына битлек һәм бирсәткәләрҙә киләсәк, һайлау комиссияһы ағзалары коронавирусҡа тест үтәсәк, социаль дистанция күҙәтеләсәк. Һайлау участкаларында сират хасил булмаһын өсөн Үҙәк һайлау коомиссияһы рәйесе уны бер нисә көн дауамында уҙғарырға тәҡдим итте
Читайте нас: