+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
28 Июль 2020, 11:15

Путин 2030 йылға ғүмер оҙайлығын арттырырға ҡушты

2030 йылға Рәсәйҙә ғүмер оҙайлылығы 78 йәшкә еткерелергә тейеш. #ВладимирПутин

2030 йылға Рәсәйҙә ғүмер оҙайлылығы 78 йәшкә еткерелергә тейеш. Ошондай фарман ил президенты В. Путиндың 21 июлдә ҡул ҡуйған ил үҫешенең милли маҡсаттары тураһындағы указында баҫылды.
Шул уҡ ваҡытта “2024 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик мәсьәләләре тураһында”ғы документҡа ярашлы, 2024 йылда уҡ ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә, ә 2030 йылға иһә был күрһәткесте 80 йәшкә еткереү фарыз ине.
Путин Конституцияға индерелгән үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, яңы стратегик документҡа ҡул ҡуйҙы. Ул бынан алдағы указдың бурыстарын коронавирус инфекцияһы пендемияһы арҡаһында килеп тыуған көрсөккә бәйле үҙгәртте.
Читайте нас: