+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
4 Август 2020, 12:55

Телекоммуникация хеҙмәткәрҙәре бүләкләнә

Рәсәй Президенты Владимир Путин һанлы телевидениеға күсеүҙә индергән өлөшө өсөн телекоммуникация хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин һанлы телевидениеға күсеүҙә индергән өлөшө өсөн телекоммуникация хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи интернет-порталында баҫылған.

Бүләкләнеүселәр исемлегенә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 300-гә яҡын хеҙмәткәр индерелгән. Мәҫәлән, III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденына Рәсәй телевидениеһы һәм радио тапшырыуҙар селтәрҙәренең генераль директоры Андрей Романченко лайыҡ булды.
Рәсәйҙә һанлы телевидениеға күсеү 2019 йылдың февраленән башлап, этап буйынса үткәйне. Йомғаҡлау этабы 14 октябрҙә тамамланды. Һанлы форматҡа күсеү халыҡҡа юғары сифатлы телеканалдар йыйылмаһын алыуға булышлыҡ итте.
Читайте нас: