+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
28 Август 2020, 11:35

Законға таянып эш итергә кәрәк

Салауат-совхоз утарында баҡыр рудаһы сығарыу өсөн карьер төҙөлөшө эштәре алып барылыуы, биләмәлә күпләп ағас ҡырҡылыуы, ундағы ҡабатланмаҫ матурлыҡтың юҡҡа сығыуы хаҡында төрлө хәбәрҙәр күптән йөрөй. Һуңғы осорҙа халыҡ араһында ошо хаҡта ығы-зығы көсәйҙе, интернет киңлектәрендә төрлө төркөмдәрҙә был турала ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр күбәйҙе. Мәсьәләгә аныҡлыҡ индереүен һорап, район башлығы И. Т. Нафиҡовҡа мөрәжәғәт иттек.

— Белеүебеҙсә, ер аҫты байлыҡтарын тикшереү буйынса геологик-эҙләнеүҙәр эштәренә һәр кемдең лицензия алыуға хоҡуғы бар. Был законда ҡаралған. Салауат-совхоз утары ерҙәрендә баҡыр ятҡылығы булыуы 1970 йылдарҙан билдәле һәм Рәсәйҙең ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу буйынса федераль агентлығы (Роснедры) геологик-эҙләнеү эштәре алып барыуға, законлы рәүештә, 2018 йылдың йәйендә лицензия алған. Үткәрелгән аукционға ярашлы, Рәсәй Баҡыр комбинаты (РМК) составына ингән Александринский тау-руда компанияһы был ерҙәрҙә эҙләнеү-тикшеренеү эштәренә конкурста еңеп сыҡҡан.
Нәҡ ошо лицензияға ярашлы, бөгөн Салауат-совхоз утарында геологик-эҙләнеү, йәғни баҡыр ятҡылыҡтарының запас күләмен билдәләү маҡсатында эштәр алып барыла.
Уларҙың эшмәкәрлегенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереүселәр күбәйҙе, был аңлашыла ла, халыҡ тәбиғәткә зыян килтереүгә ҡаршы, өҫтәүенә, нәҡ ошонда тотош районды һыулаған Бәләкәй һәм Оло Ҡыҙыл йылғалары башланғыс ала.
Был мәсьәлә буйынса аңлатыу эштәре алып барыу маҡса-тында халыҡ менән осрашыуҙар үткәрелде. Салауат мәктәбе янында булған тәүге йыйында ҡатнашҡандар араһынан ундан ашыу кеше менән РМК-ның филиалдарының береһе булған, Силәбе өлкәһе Варна районында урынлашҡан Михеевский тау-байыҡтырыу компанияһына барып, уның вәкилдәре менән халыҡ күтәргән мәсьәләне тикшереп, ғәмәлдәге предприятиела эш барышын ҡараныҡ. Ҡайтҡас делегация ағзалары менән артабанғы аҙымдарҙы билдәләнек. Бөтә мәсьәләләрҙе уйлап, уртаға һалып, хоҡуҡи нигеҙҙә тикшерергә һүҙ ҡуйыштыҡ.
Артабан карьер мәсьәләһенә битараф булмағандар менән Буранғол ауылында осраштыҡ. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә карьер төҙөлөшө эшен контролдә тотоу өсөн иң әүҙем 20 кешенән торған совет төҙөлдө.
Теләге булғандар Салауат-совхоз утарына барып, ундағы эштәр барышы менән танышты. Быраулау ҡоролмалары сква-жина ҡаҙған урындан цилиндр формаһында тау тоҡомо алына һәм ул артабан тикшереү өсөн лабораторияға оҙатыла, анализ яһала. Беҙ урында булған көндө 15 скважина бырауланғайны, подрядсы белдереүенсә, барлығы 40 скважина бырауланасаҡ. Бер скважинаны быраулау өсөн 20х20 метр ҙурлыҡта майҙансыҡ кәрәк. Технологик талап буйынса ошо биләмәгә эләккән ағастар ҡырҡыла.
Салауат-совхоз утарында геологик эҙләнеү менән булышҡан подрядсылар эштәрҙе бөтә экологик, технологик талаптарҙы күҙәтеп башҡара. Геологтар эҙләнеү-тикшеренеү эштәрен 2021 йыл көҙ тамамларға тейеш.
Әлбиттә, көтөлгән запас ятҡылыҡтары табылмаһа, Рәсәй Баҡыр комбинаты был ерҙәрҙә эштәрҙе дауам итмәйәсәк. Әммә беҙҙең ерҙәрҙә баҡыр күп булыуы асыҡланған хәлдә лә халыҡ үҙ фекерен әйтергә хоҡуҡлы. Эҙләнеү-тикшеренеү эштәре тамамланғас, бөтә яҡтар ҡатнашлығында мотлаҡ асыҡ тыңлауҙар процедураһы үткәрелә. Нәҡ ошонда хоҡуҡтар закон нигеҙендә яҡлана ала.
Бында шуны әйтеп үтеү мөһим: ғәмәлдәге законға ярашлы, асыҡ тыңлауҙар үткәрмәйенсә тороп, һәм уларҙың ыңғай һөҙөмтәһе булмайынса капиталь төҙөлөш объекттарын һалыу тыйыла. Бындай тыңлауҙар планлаштырылыусы объекттарҙың проекты нигеҙендә урындағы халыҡ һәм төҙөүсе кампания вәкилдәре араһында килешеү төҙөү өсөн кәрәк.
Беҙ барып ҡайтҡан Михеевский тау-байыҡтырыу кампанияһы йылына 30 миллион тонна руда сығара, уның беҙҙә буласаҡ карьерға бер ҡыҫылышы юҡ, ул РМК-ның бүлендек предприятиеһы. Төҙөлә ҡалһа, беҙҙәге завод шуның ише булыуынан сығып, ошо цехты барып ҡараныҡ.
Халыҡтың хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау буйынса эште хоҡуҡи яҡтан алып барыу өсөн был тәңгәлдә йәмғиәт советы төҙөлдө. Советҡа халыҡ үҙе тәҡдим иткән кешеләр инде. Улар ҡатнашлығында даими ултырыштар үткәреләсәк. Был тәңгәлдә килеп тыуған мәсьәләләрҙе хоҡуҡи ысул менән хәл итеү яғындабыҙ. Советҡа юристарҙы беркетеп, кәрәк булһа, адвокаттар яллап, закон нигеҙендә эш алып барыу мотлаҡ.
Район халҡының мәнфәғәтен һәм хоҡуҡтарын яҡлау хаҡына көсөбөҙҙө йәлләмәйәсәкбеҙ.
Илдар НАФИҠОВ,
муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: