Рәсәй хөкүмәте Мальта менән икеләтә һалым түләүле булдырмау тураһындағы конвенцияны үҙгәртеү буйынса протокол проектын хупланы. Дәүләт дивидендтар һәм проценттар буйынса һалымды 15 процентҡа тиклем күтәрергә ризалашты. Был турала министрҙар кабинетының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итә.
Рәсәй һәм Мальта протокол проекты буйынса август уртаһында уҡ килешкәйне. Хәҙер протоколға Мальта яғы ҡул ҡуйырға тейеш. Рәсәй быға тиклем Кипр менән дә шундай уҡ килешеү төҙөгәйне.
Икеләтә һалым түләүле булдырмау тураһындағы килешеүҙәрҙе үҙгәртеү Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса башҡарыла. Тәүге тапҡыр дивидендтарға һалымды арттырыу инициативаһы менән ул 2020 йылдың март айында милләткә мөрәжәғәт иткәндә һүҙ ҡуҙғатҡайны.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Fritz Photography / Keystone Press Agency / Globallookpress.com