+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Сентябрь 2020, 18:50

Милли проекттар нисек тормошҡа ашырыла?

28 сентябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт советы Президиумының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин үткәрҙе. Ултырышта милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.#ВладимирПутин

28 сентябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт советы Президиумының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин үткәрҙе. Ултырышта милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Владимир Путин сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Дәүләт советының 20 йыллығы менән ҡотланы. Милли проекттарға килгәндә, дәүләт башлығы илдәге һәм донъялағы үҙгәрештәр динамикаһын, иҡтисадтағы һәм социаль өлкәләге объектив хәлдәрҙе, шул иҫәптән коронавирус эпидемияһы осоронда Рәсәй һәм халыҡ-ара берләшмә алдындағы заман талаптарын телгә алды.
– Беҙ был теманы июлдә Стратегик үҫеш һәм милли проекттар советы ултырышында ентекле тикшергәйнек. Уның йомғаҡтары буйынса Президент Указына ҡул ҡуйылды. Был документта киләһе тиҫтә йылға илебеҙ үҫешендәге өҫтөнлөктәр билдәләнде, – тине Владимир Путин. – Әйтергә кәрәк: бөгөнгө ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, милли маҡсаттарыбыҙҙың барыһы ла үҙгәрешһеҙ ҡала.
Рәсәй Президенты ил Хөкүмәте алдына ҡуйылған бурысты йәнә хәтергә төшөрҙө – октябрь аҙағына тиклем Дәүләт советы ҡатнашлығында милли проекттарға төҙәтмәләр индерергә, күрһәткестәрен аныҡларға, милли проекттарға яңыртылған контроль һәм улар буйынса берлектәге эш системаһын төҙөргә. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҡараштарҙы камиллаштырыу йәһәтенән төп ролде дәүләт башлығы төбәк власына бирҙе. Миҫалға ул торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙе килтерҙе.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда федераль кимәлдә ҡуйылған ошо бурысты үтәүгә ҙур иғтибар бирелә. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров әйтеүенсә, быйыл һигеҙ айҙа торлаҡты сафҡа индереү 11,2 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй буйынса был күрһәткестең былтырғы кимәлгә ҡарата 5,5 процентҡа түбәнәйеүе күҙәтелә.
Читайте нас: