Муниципаль район Советына бишенсе саҡырылышҡа һайланған депутаттарҙың тәүге сессияһы үтте. Ултырышта район башлығы Илдар Нафиҡов, хакимиәттең яуаплы хеҙмәткәрҙәре, учреждение-ойошма етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ла ҡатнашты.
Сараны төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Ғәйнетдин Ғиләжев асып, берҙәм тауыш биреү көнөндә үткән һайлау һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. «62 һайлау участкаһында бөтәһе 19351 кеше тауыш бирҙе. Бер мандатлы 18 һайлау округынан район Советына депутатлыҡҡа 43 кандидат теркәлде, улар араһында үҙ-үҙен тәҡдим итеүселәр ҙә, төрлө партиялар тарафынан күрһәтелеүселәр ҙә булды, — тип һөйләне Ғәйнетдин Зәйнетдин улы. — Һайлауҙар, бөтә хәүефһеҙлек саралары күҙәтелеп, эшлекле үтте, үҙҙәренең округтары буйынса муниципаль район Советына депутат итеп Ринат Аҡсурин, Даян Сафин, Ирек Мусин, Дамир Аллаяров, Алмат Фәтхитдинов, Йәмил Баймырҙин, Ишморат Әминев, Иршат Малыбаев, Ҡотдос Ғәзизов, Шәүрә Әхмәтҡужина, Рәфис Манапов, Батыр Илһамов, Вадим Заһитов, Николай Копытов, Басир Зәйтүнов, Йәлил Зәйтүнов, Сергей Гусев һәм Илгиз Килдейәров һайланды. Депутаттар араһында иң йәше тип Р. Манапов, ә иң олоһо тип Д. Аллаяров билдәләнде».
Төбәк һайлау комиссияһы рәйесе уларҙы ҡотлап, халыҡ мәнфәғәтендә башҡарасаҡ эштәрендә уңыштар теләне һәм депутат танытмалары тапшырҙы.
Ултырышта ҡатнашыусылар артабан район Советын формалаштырыу буйынса тейешле процедураларҙы үтәне: муниципаль район Советы рәйесе итеп, бер тауыштан, быға тиклем дә ошо вазифаны уңышлы һәм намыҫлы башҡарған Ишморат Әминевты һайланы, уның урынбаҫары итеп Ҡотдос Ғәзизов тәғәйенләнде. Совет сиктәрендә эшләүсе дүрт даими комиссия составы раҫланды.
Депутаттарҙы тәбрикләп һүҙ алған Илдар Таһир улы, һайлаусыларҙың ышанысын аҡлап, бер фекерҙән булып, райондың яҡты киләсәге өсөн тырышып эшләүҙәрен теләне.