Рәсәй Президенты В. Путин 5 яңы министр һәм хөкүмәт рәйесенең унынсы урынбаҫарын тәғәйенләне.
Быға ҡәҙәр Рәсәй энергетика министры вазифаһын башҡарған Александр Новак унынсы вице-премьер вазифаһына тәғәйенләнде. Ә энергетика министры урынын Николай Шульгинов биләне. Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығын Александр Козлов етәкләй башланы.
Алыҫ Көнсығыш һәм Арктиканы үҫтереү министры портфеле Алексей Чекунковҡа тапшырылды. «Аэрофлот»тың генераль директоры Виталий Савельев транспорт министры вазифаһын башҡарасаҡ. Ә Ирек Фәйзуллин төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры итеп билдәләнде.
Тейешле Указүа РФ президенты ҡул ҡуйҙы. Быға тиклем был кандидатураларҙы Дәүләт Думаһы хуплаған ине.
Сығанаҡ: https://omet-rb.rbsmi.ru/articles/k-n-z-k/Ministrlar-kabinetinda-zg-reshl-r-538777/