+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
24 Ноябрь 2020, 12:03

Район Советында

Бишенсе саҡырылыш муниципаль район Советының сираттағы ултырышы үтте

Әбйәлил районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуға конкурс һөҙөмтәләре тураһында БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов һөйләне. Конкурсҡа ике кандидат тәҡдим ителде һәм беренсе булып тауыш биреүгә Илдар Нафиҡовтың кандидатураһы ҡуйылды. Депутаттарҙың күпселеге тәҡдим ителгән кандидат өсөн тауыш бирҙе. Илдар Таһир улы әңгәмәләшеү нәтижәһе буйынса ла иң күп балл йыйҙы. Артабан асыҡ тауыш биреү юлы менән депутаттар Илдар Таһир улы Нафиҡовты Әбйәлил районы муниципаль район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Илшат Тажетдинов И. Т. Нафиҡовты яуаплы вазифаға тәғәйенләнеүе менән тәбрикләп, башлыҡҡа уңыштар теләне. Илшат Азамат улы шулай уҡ республикалағы социаль-иҡтисади хәлдәр торошо, Әбйәлилдәге үҫеш перспективалары тураһында һөйләп үтте.
Яңы һайланған район башлығы Илдар Нафиҡов конкурс комиссияһына, район Советы депутаттарына ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе.
И. Т. Нафиҡовты тәбрикләп Хәмит ауыл биләмәһе башлығы Фирүзә Ғәҙелшина сығыш яһаны һәм Әбйәлил мәнфәғәтендә тырышып эшләүен теләне.
Артабан депутаттар көн тәртибенә сығарылған торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың һәм социаль учреждениеларҙың көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә эш барышы; «Әбйәлил районында 2018 – 2020 йылдарҙа кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү» программаһын тормошҡа ашырыу; Әбйәлил районы муниципаль район хакимиәте структураһына үҙгәрештәр индереү; Әбйәлил районы муниципаль район Советының 2016 йылдың 15 декабрендәге 50-се һанлы ҡарарын көсөн юғалтҡан тип таныу; Әбйәлил районы муниципаль районы һайлау комиссияһы вәкәләттәренә төбәк һайлау комиссияһы ҡарамағына күсереү буйынса БР Үҙәк һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итеү кеүек мәсьәләләрҙе тикшерҙе һәм тейешле ҡарарҙар сығарҙы.
Гөлназ ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: