Рәсәй Президенты Владимир Путин коллегалары Азербайджан Президенты Илһам Алиев һәм Әрмәнстан Премьер- министры Никол Пашинян менән Таулы Ҡарабахҡа ҡағылышлы өс яҡ араһындағы килешеүҙең үтәлеше барышы буйынса телефон аша фекер алышты. Атап әйткәндә, һүҙ ҡасаҡтарҙы ҡайтарыу, гуманитар проблемаларҙы хәл итеү, инфраструктураны тергеҙеү, шулай уҡ дини һәм мәҙәни объекттарҙы һаҡлау тураһында барған. Был хаҡта “Известия” телеканалы хәбәр итә.