+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
1 Декабрь 2020, 13:00

Рәсәй президенты Владимир Путин 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте.#ВладимирПутин

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте. Ошо документҡа ярашлы, өс ай эсендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчук рәйеслегендә байрам итеүгә әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлә.
«Шул рәүешле республикабыҙ баш ҡалаһының 450 йыллығына федераль статус бирелә. Тимәк, беҙ Өфөнө үҙгәртеү, ҡаланы заманлаштырыу, уға яңы һулыш өрөү һәм илебеҙҙең терәк ҡалаларының береһе итеү өсөн уникаль мөмкинлек алабыҙ, шул иҫәптән федераль үҙәктән ярҙам иҫәбенә. Шуға күрә өфөләр исеменән президентҡа ҡабул ителгән ҡарар өсөн ҙур рәхмәт белдерәм», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
#ВладимирПутин
Читайте нас: