Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына коронавирус пандемияһы осорондағы эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Йыл бик ҡатмарлы булды, ләкин ауырлыҡтарҙы еңеп, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хәлде тотороҡлауға өлгәштек. Иң мөһиме, коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса ҡабул ителгән саралар һөҙөмтәһендә 65 йәштән өлкән кешеләрҙең ауырыу осраҡтары кәмене. Ошо хаҡта ул ҡала һәм район башлыҡтары менән үткәргән семинар кәңәшмәлә әйтеп үтте.