+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
15 Декабрь 2020, 23:10

Президент "Берҙәм Рәсәй" партияһының онлайн-форумында ҡатнашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының социаль онлайн-форумында ҡатнашты.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының социаль онлайн-форумында ҡатнашты.
– Әгәр ҙә кешеләр изгелек эшләй икән, улар бынан ҡәнәғәтлек ала. Бында күпмелер дәрәжәлә йәшәү мәғәнәһе ла бар. Мин әйтә башланым инде, тағы ла бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алып үткем килә: һеҙҙең эшегеҙ бик талап ителә. Әлеге форумда ғына түгел, дөйөм тормошта ла. Уның шулай өҙөлөп ҡалмауын теләйем, әлеге көндә лә һәр башланғысығыҙҙың ғәмәлгә ашыуын теләйем. Шуны ла билдәләп үткем килә, был- бик тә мөһим эш. Һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе ишетеүгә шатмын, нимә тураһында һөйләшеүегеҙҙе, ниндәй бурыстар ҡуйыуығыҙҙы, ил алдында торған мәсьәләләрҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн ниндәй хәл итеү юлдарын эҙләүегеҙҙе тыңларға әҙермен, – тине дәүләт башлығы.
Ысынлап та, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән сығыш яһаусылар булды, эштәре хаҡында һөйләнеләр, уй-теләктәрен белдерҙеләр. Беҙҙең республиканан Яков Кугубаев һүҙ алды.
– Беҙ республикала марттан алып «Беҙҙең хәстәр» берҙәм ирекмәнлек үҙәге эшен йәйелдерҙек һәм табиптарға ярҙам итә башланыҡ. Һыу, сәй йыйылмалары, башҡорт балы килтерҙек, табиптарҙы ҡыуандырып, күңелдәрен күтәрер өсөн шәхси һаҡланыу кәрәк-яраҡтары менән ярҙам иттек. Әлеге мәлдә төбәгебеҙҙә 2 мең 400-дән ашыу ирекмән-медик бар, шуларҙың 80-е – минең хеҙмәттәштәрем-депутаттар, – тип белдерҙе ул.
#ВладимирПутин
Читайте нас: