+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Декабрь 2020, 13:07

Район Советында

Муниципаль район Советының сираттағы, дүртенсе ултырышында депутаттарҙан тыш, ойошма-учреждениелар етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

Муниципаль район Советының сираттағы, дүртенсе ултырышында депутаттарҙан тыш, ойошма-учреждениелар етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Сара Ишбулды ауылында социаль учреждениелағы янғында ҡорбан булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды. Ултырышты район Советы рәйесе урынбаҫары Ҡ. М. Ғәзизов алып барҙы.
Көн тәртибенә сығарылған тәүге өс мәсьәлә — Әбйәлил районы муниципаль районының 11 айҙағы социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтары; 2021 йылғы һәм 2024 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫешен прогнозлау; район Советының 2018 йылдың 14 декабрендәге 287-се һанлы «Әбйәлил районының 2030 йыл осорона тиклем социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын раҫлау тураһында»ғы ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһында район хакимиәтенең иҡтисад һәм муниципаль контроль бүлеге начальнигы Г. З. Ғаррапова мәғлүмәт еткерҙе.
Район башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Р. Р. Латипова киләһе өс мәсьәлә — Советтың 2019 йылдың 13 декабрендәге 372-се һанлы «Әбйәлил районы муниципаль районының 2020 йылға һәм 2021 һәм 2022 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында»ғы ҡарарына үҙгәрештәр индереү, райондың 2021 йылға һәм 2022 - 2023 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында, эске муниципаль финанс контроле буйынса вәкәләттәрҙе ҡабул итеү тураһында доклад менән сығыш яһаны.
Әбйәлил районы биләмәһендә реклама конструкцияларын урынлаштырыуға һәм ҡулланыуға килешеү түләүҙәрен оҙайтыу тураһында район хакимиәтенең инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ секторы етәксеһе З. И. Ирғәлина бәйән итте.
Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев «Әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законын тормошҡа ашырыу буйынса доклад менән сығыш яһаны.
Көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр буйынса депутаттар үҙ фекерҙәрен еткерҙе, тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
Читайте нас: