Уны иҫәпләү алымы, медиан эш хаҡына бәйләнгән. Законды ҡабул итер алдынан икенсе уҡыуҙа байтаҡ төҙәтмәләр тәҡдим ителгәйне, мәҫәлән, иң түбәнге эш хаҡы медиан эш хаҡы кәмегән осраҡта ла, кәмергә тейеш тугеллеге. Шулай уҡ, йылда бюджеттың йәшәү минимумын һәм иң түбәнге эш хаҡы күләмен билдәләгәндә профсоюздан һәм эш биреүселәрҙән был тәҡдим яҡлау алырға тейеш.
Президент указына ярашлы 1 ғинуарҙан иң түбәнге эш хаҡы (МРОТ) айына 12 792 һум, йәшәү минимумы суммаһы 11 635 һум кимәлендә раҫланды. Йәғни, яңыса иҫәпләгәндә иң түбәнге эш хаҡы медианый эш хаҡының 42 процентына тура килә.