+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
5 Ғинуар 2021, 18:10

Эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялау тураһында

Рәсәй Президенты Хөкүмәткә 1 февралгә тиклем эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияларын индексациялау тураһында тәҡдимдәр әҙерләү бурысын ҡуйҙы.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Хөкүмәткә 1 февралгә тиклем эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияларын индексациялау тураһында тәҡдимдәр әҙерләү бурысын ҡуйҙы.

Декабрь аҙағында бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы башлығы Михаил Шмаков менән осрашыу барышында В. В. Путин эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялау мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтыу кәрәклеге менән килешкән ине.
Октябрҙә финанс министры Антон Силуанов индексациялауға ҡаршы төштө. Уның әйтеүенсә, хеҙмәт хаҡтары һуңғы йылдарҙа үҫеп тора һәм эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялау бик үк ғәҙел булмаҫ. Министр билдәләүенсә, иғтибарҙы эшләмәүсе пенсионерҙарға йүнәлтеү мөһимерәк.
“Эксперт РА” рейтинг агентлыгы аналитиктары хәбәр итеүенсә, эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияларын индексациялау маҡсатында йылына 200 миллиард һум талап ителәсәк. Аҡса трансферт рәүешендә Рәсәй Пенсия фонды бюджетына күсерелә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: