+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
12 Ғинуар 2021, 12:20

Путин прокурорҙарға коррупцияны киҫәтергә ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин прокуратураға коррупцияны етди киҫәтергә ҡушты. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин прокуратураға коррупцияны етди киҫәтергә ҡушты. Был турала ул һөнәри байрамдары алдынан күҙәтеү органы хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына мөрәжәғәт иткәндә белдерҙе.
Экстремизмға, енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә көстө арттырырға, коррупцияны, бюджеты маҡсатһыҙ файҙаланыуҙы туҡтатырға кәрәк. Путин бының өсөн прокуратура хеҙмәткәрҙәренең вәҡәләттәре етерлек булыуын билдәләне.
2020 йылдың мартында Путин Генпрокуратураның законһыҙ һатып алынған мөлкәтте ҡайтарыу эшендә Суд приставтары федераль хеҙмәте, Эске эштәр министрлығы, Росфинмониторинг, һалым хеҙмәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүен талап иткәйне.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Владимир Астапкович / РИА Новости
Читайте нас: