-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Ғинуар 2021, 18:44

ЕврАзЭС киңлегендәге интеграция проекттарын тормошҡа ашырыуға бәйле кәңәшмә үтте

Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәргән видеоконференция режимындағы кәңәшмәлә, Евразия иҡтисади союзына ингән илдәр араһында интеграция проекттары тураһында һөйләшеү булды. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәргән видеоконференция режимындағы кәңәшмәлә, Евразия иҡтисади союзына ингән илдәр араһында интеграция проекттары тураһында һөйләшеү булды.
Беҙҙең бөгөнгө кәңәшмәнең стратегик темаһы, интеграция бәйләнештәрҙе үҫтереүгә бағышлана. Бында төп ҡаҙаныш булып, алты йыл элек төҙөлгән һәм уңышлы эшләп килгән Евразия иҡтисади союзы тора. Ошо йылдар эсендә, тышҡы ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, күп нәмә эшләнде.
Мәҫәлән, 2019 йылда Евразия иҡтисади союзы дәүләттәренең үҙ-ара тауар әйләнеше 2015 йыл менән сағыштырғанда 35 процентҡа артты йәки 61,6 миллиард доллар тәшкил итте. Ҡайһы бер кире күҙаллауҙарға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең үҙенең был Союзға ингән илдәр менән тышҡы сауҙа өлөшө лә арта бара, әгәр 2015 йылда 7,8 процент булһа, 2020 йылда 8,6 процентҡа еткән.
Бындай ыңғай үҫеш динамикаһына беҙ, илдәр араһындағы тауар, хеҙмәттәр, капитал, эшсе көстәр йүнәлешендәге ҡаршылыҡтарҙы бергәләп хәл итеү арҡаһында өлгәштек. Дөйөм иҡтисадтың секторҙарға ярашлы баҙары булдырылған һәм күпселеге яҡшы эшләй. Беҙгә артабанда башҡа йүнәлештәр буйынса практик мәсьәләләрҙе хәл итеп, бәйләнештең оптималь моделдәрен эҙләүҙе дауам итер кәрәк, тип белдерҙе Владимир Путин.
Читайте нас: