+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Ғинуар 2021, 12:55

Путин БДИ тураһында үҙ фекерен белдерҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин берҙәм дәүләт имтиханы системаһы тураһында фекерен белдереп, уны тәнҡитләүҙе ғәҙел түгел, тине.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин берҙәм дәүләт имтиханы системаһы тураһында фекерен белдереп, уны тәнҡитләүҙе ғәҙел түгел, тине. Ул БДИ-ның төбәктәрҙән килгән уҡыусыларға илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлеген биреүен билдәләне.
Президент БДИ-ны замансалаштырасаҡтарын да билдәләп үтте. Атап әйткәндә, уҡырға ингәндә ҡатнаш система – БДИ һәм уҡыу йортоноң имтихандары буласаҡ.
Бынан тыш, Путин яңы уҡыу йылында бюджет урындарына сығарылыш уҡыусыларының яҡынса 60 проценты дәғүә итә аласаҡлығын белдерҙе. «Беҙ юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары һанын арттырҙыҡ. Киләһе уҡыу йылында тағы 34 меңгә яҡын бюджет урыны бүленәсәк, уларҙы башлыса Рәсәй төбәктәрендә аласаҡтар», - тип аңлатты Президент.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Читайте нас: