+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
28 Ғинуар 2021, 12:41

Путин киләсәккә донъя иҡтисады үҫешен күҙалланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин донъя иҡтисады үҫешенең гаранты - инфраструктуралы торлаҡ, лайыҡлы эш хаҡы һәм пенсия, сифатлы белем һәм һаулыҡ һаҡлау тип атаны.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин донъя иҡтисады үҫешенең гаранты - инфраструктуралы торлаҡ, лайыҡлы эш хаҡы һәм пенсия, сифатлы белем һәм һаулыҡ һаҡлау тип атаны. Был хаҡта ул Давостағы иҡтисади форумда белдерҙе. Шулай уҡ, үҙенең сығышында Президент, һуңғы йылдарҙа донъяла социаль тигеҙһеҙлектең артыуын һәм фәҡирлектең үҫеүен билдәләп, бының көнүҙәк мәсьәләгә әйләнеүен һыҙыҡ аҫтына алды. Уның әйтеүенсә, һуңғы 30 йылда ҡайһы бер алға киткән ил граждандарының яртыһының килеме артмаған, ә шул уҡ ваҡытта һаулыҡ һаҡлау һәм белем алыу өс тапҡырға ҡиммәтләнгән. Коронавирус пандемияһы сәбәпле донъялағы тигеҙһеҙлек тағы ла ҡырҡыулашты, тип өҫтәне ул.
Читайте нас: