- Бөгөн Хөкүмәттең иҡтисад блогы вәкилдәре, Үҙәк банк етәкселеге һәм әйҙәүсе финанс структуралары ҡатнашлығында банк тармағындағы хәл тураһында һөйләшербеҙ, уҙған йылдағы эш һөҙөмтәләрен тикшерербеҙ, унан ағымдағы һәм перспектив үҫеш бурыстарын билдәләрбеҙ, - тине Владимир Путин. – Илдең банк системаһы коронавирус эпидемияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә мөһим роль уйнаны. Әлеге ҡатмарлы ваҡытта предприятиелар, компаниялар, ғаиләләр өсөн күҙалланған булышлыҡ саралары банктар ҡатнашлығында булды.