+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
4 Февраль 2021, 13:53

Ядро ракеталары буйынса килешеү оҙайтылды

Рәсәй һәм Америка Ҡушма Штаттары(АҠШ) ике ил араһындағы стратегик һөжүм ҡоралдарын ҡыҫҡартыу һәм сикләү тураһындағы килешеүҙе биш йылға оҙайтты.#ВладимирПутин

Рәсәй һәм Америка Ҡушма Штаттары(АҠШ) ике ил араһындағы стратегик һөжүм ҡоралдарын ҡыҫҡартыу һәм сикләү тураһындағы килешеүҙе биш йылға оҙайтты. Үткән йылда килешеүҙе оҙайтыу буйынса һөйләшеүҙәр туҡтап ҡалғайны. Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм яңы һайланған Америка Президенты Джо Байдендың телефон аша ошо мәсьәләне уртаға һалып һөйләшкәндән һуң был мөмкин булды. Сит ил эштәре министрлығы билдәләүенсә, ғәмәлдәге килешеүгә бер ниндәй ҙә өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индерелмәгән, 2010 йылда нисек килешелгән шул көйө ҡаласаҡ. Донъя тыныслығы өсөн мөһим булған был ҡарар 2026 йылдың 5 февраленә тиклем оҙайтылған.
Читайте нас: